Рекламный баннер 990x90px header-top
18+
Рекламный баннер 728x90px center-top
Архив
Поделитесь новостями с жителями города
Если Вы стали свидетелем аварии, пожара, необычного погодного явления, провала дороги или прорыва теплотрассы, сообщите об этом в ленте народных новостей. Загружайте фотографии через специальную форму.
not

25 ҒИНУАР- СТУДЕНТТАР КӨНӨ.

19:48 26.01.2024
Яркие моменты студенческой жизни нашего специалистаf09fa5b3.png25 ҒИНУАР- СТУДЕНТТАР КӨНӨ.

Студент йылдары һәр кем тормошоноң иң гүзәл,иң сағыу иң күңелле осоро. Ҡабатланаҫ был мәлдәр ҡасандыр студент булған һәр кемдең күңелендә яҡты хәтирәләр һаҡлап, ғүмер буйы оҙата бара.

Студент саҡтың иң күңелле, мажараларға тулы, матур ваҡыт икәнен үҙең ошо студент “иленә” килеп ингәс кенә аңлайһың икән улf09f988d.png! Яңы дуҫтар, яңы уҡытыусылар, яңы мөхит, яңы мөмкинлектәр, дөйөм ятаҡ һәм өр-яңы ауырлыҡтар.

Төрлө райондарҙан, тәбиғәт яратыусыларын бергә йыйған "Экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу" йүнәлеше... Институт... Алһыу Йосоп ҡыҙы... "Ете ырыу" халыҡ бейеү ансамле... "Студент яҙы" фестивале... Репетициялар... Төрлө конкурстар... Ҡыҙҙар менән бергә йыйылышып ултырыуҙар... Сессия... Төн йоҡоларын ҡалдырыу... Коронавирус пандемияһы арҡаһында дистанцион уҡыуҙар... Институт ашханаһы... Практикалар...🥹

Барыһы ла күңелдә һағыныу тойғоһо уята🩷

Бәлки, уҡыу менән генә мәшғүл булһам, ул ваҡытта тормошомдоң иң матур, күңелле мәле булып һаналмаҫ ине студент йылдарым.

Барлыҡ студенттарҙы ла матур байрамдары - Рәсәй студенттары көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайым! Уҡыуығыҙҙа, тормошоғоҙҙа ҙур уңыштар теләйем! Студент йылдарын онотолмаҫлыҡ итеп үткәргеҙ🥰.

Яулар үрҙәрегеҙгә ҡыйыу атлағыҙ!



5018
Рекламный баннер 728x90px center-bottom