Рекламный баннер 990x90px header-top
18+
Рекламный баннер 728x90px center-top
Архив
Поделитесь новостями с жителями города
Если Вы стали свидетелем аварии, пожара, необычного погодного явления, провала дороги или прорыва теплотрассы, сообщите об этом в ленте народных новостей. Загружайте фотографии через специальную форму.
not

Бейеүселәр династияһы.

20:00 29.01.2024
Всероссийская акция «Открытие Первых», посвященная Дню первооткрывателя. Активист Движения Первых - ученица МОБУ СОШ с.Билялово Гульмира Нарынбаева рассказывает о династии танцоров.Бейеүселәр династияһы.e29da4.png

Олатайым Нарынбаев Фазлиәхмәт Хәсән улы нигеҙ һалған династия бөгөнгө көнгәсә үҙ көсөн юғалтмаған. Атайым ғына түгел, уның апайҙарының балалары ла, бейеүле тормош юлын һайлағандар.

Атай һәм ағайҙарым Башҡортостандың ғына түгел, хатта сит ил киңлектәрен яулағандар! Улар әлеге ваҡытта Өфө, Учалы, Сибай, Баймаҡ сәхнәләрен үҙ итеп, эшен яратып башҡарған, тамашасы һөйөүен яулаған артистар. Араларында Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артистары ла бар.

Ниндәй генә һөнәр эйәләре булһалар ҙа, бейеү уларҙың ҡанына, йөрәгенә, күңеленә һеңгән.

Үҙҙәре генә бейеп ҡалмай, тәжрибәләрен үҙ балаларына, уҡыусыларына өләшәләр.

Беҙҙең ғаиләлә, иһә, бейеү ҙур, мәртәбәле урынды алып тора. Бөтә ғаилә менән бейейбеҙ тиһәм, яңлышмаҫмын. Барыһы менән дә ғорурланам, Аллаға шөкөр!🤲🏻🤲🏻🤲🏻



5464
Рекламный баннер 728x90px center-bottom