Рекламный баннер 990x90px header-top
18+
Рекламный баннер 728x90px center-top
Архив
Поделитесь новостями с жителями города
Если Вы стали свидетелем аварии, пожара, необычного погодного явления, провала дороги или прорыва теплотрассы, сообщите об этом в ленте народных новостей. Загружайте фотографии через специальную форму.
not

#ИлАғаһы#ХалыҡУҙаманы

20:36 07.02.2024


Бөгөн Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты Мортаза Рәхимовтың тыуған көнө



Билдәле сәйәсмән, дәүләт эшмәкәре, башҡорт халҡының хөрмәтле аҡһаҡалы, 1990 – 2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһына етәкселек иткән беренсе Президентыбыҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улы РӘХИМОВ 1934 йылының 7 февралендә донъяға килде.

Республикаға идара итеү дилбегәһен ул үҙ ҡулдарына ҡатмарлы йылдарҙа — Рәсәйҙең яңы тарихының һынылыш осоронда алды. Был сәйәси тотороҡһоҙлоҡ һәм иҡтисади көрсөк, әхлаҡи һәм рухи ҡиммәттәрҙең үҙгәргән ваҡыты ине.

Тап М. Ғ. Рәхимов етәкселек иткән дәүерҙә республикабыҙ социаль-иҡтисад үҫеш юлына баҫты, Башҡортостандың көс-ҡеүәте һаҡлап ҡалынды, халҡыбыҙҙың йәшәү сифаты артты. Ҡайнап торған энергияһы, намыҫлы эше, кешеләргә ҡарата ыңғай мөнәсәбәте арҡаһында ул оло абруй һәм лайыҡлы хөрмәт ҡаҙанды.

Мортаза Рәхимовтың тынғыһыҙ ғүмере, фиҙакәр хеҙмәте тулыһынса халыҡҡа һәм тыуған республикаһына бағышланды. Һуңғы көндәренә тиклем уның именлеге өсөн эшләне.

_______________________

4400
Рекламный баннер 728x90px center-bottom