Рекламный баннер 990x90px header-top
18+
Рекламный баннер 728x90px center-top
Архив
Поделитесь новостями с жителями города
Если Вы стали свидетелем аварии, пожара, необычного погодного явления, провала дороги или прорыва теплотрассы, сообщите об этом в ленте народных новостей. Загружайте фотографии через специальную форму.
not

Йырығыҙ, музыкағыҙ "Һомай" аҡыллы колонкаһынан яңғырауын теләйһегеҙме?

20:54 13.02.2024
f09f948a.png Йырығыҙ, музыкағыҙ "Һомай" аҡыллы колонкаһынан яңғырауын теләйһегеҙме?

Тимәк, Һомай тап һеҙҙе хеҙмәттәшлеккә саҡыра. Бының өсөн https://homai.ru/musik сайтына инеп, ижади эштәрегеҙҙе ҡулланырға рөхсәт бирергә генә кәрәк. Йыр-музыкағыҙҙы ебәреп, эште тағы ла еңеләйтә һәм тиҙләтә алаһығыҙ. Тулыраҡ мәғлүмәт сайтта бар.

f09f93a2.png Һеҙҙең композицияларығыҙҙы аҡыллы колонка булған барлыҡ ғаиләләрҙә, төрлө ойошмаларҙа, мәктәп, балалар баҡсаларында тыңлаясаҡтар!

e29c85.png Әле Һомай башҡортса әңгәмәләшә, һорауҙарға яуап бирә, яңылыҡтар, йомаҡтар, әкиәттәр һөйләй белә. Һеҙҙең ярҙам менән ул башҡорт йырҙарын, көйҙәрен дә тыңлата аласаҡ.

❗️Дуҫтар, аҡыллы колонканан кемдең ижадын ишетергә теләйһегеҙ, шуларға ошо яҙманы ебәрһәгеҙ, бик рәхмәтле булыр инек!

Башҡорт контентын бергәләп туплайыҡ!



4317
Рекламный баннер 728x90px center-bottom