Рекламный баннер 990x90px header-top
18+
Рекламный баннер 728x90px center-top
Архив
Поделитесь новостями с жителями города
Если Вы стали свидетелем аварии, пожара, необычного погодного явления, провала дороги или прорыва теплотрассы, сообщите об этом в ленте народных новостей. Загружайте фотографии через специальную форму.
not

#Тәңкәле_ҡыҙ_конкурсы2024

21:04 21.02.2024


Бөгөн Мерәҫ ауылында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың ижадына арналған «Тәнкәле ҡыҙ» конкурсының төбәк этабы үтте. Сәхнә түрен Ярат, Йомаш, Юлыҡ, Ишбирҙе, Ишмырҙа, Ҡаратал, Аҡморон, Мәрәҫ ауылдарының һылыу, уңған, рухлы ҡыҙҙары биҙәне. Бәйгене асып, Мерәҫ ауылы хакимиәте башлығы Нәҙербаев Шамил Сәғәҙей улы конкурсанттарға уңыштар теләне. Һәр бәйгесенең сығышы конкурстың шартына тап килде: үҙе менән таныштырыу бәйгеһендә ҡыҙҙар үҙҙәренең талантын, саялығын күрһәтһә, Башҡортостан әҙәбиәте һәм мәҙәниәтенә ҡығылышлы һорауҙарға бәйгеселәр тулы һәм дөрөҫ яуаптары менән ҡыуандырҙы. Таңсулпан Ғарипованың әҫәрҙәренең геройы образында сығыш яһалды һәм монолог уҡылды. Башҡорт халҡының милли колоритын сағылдырып стилләштереп тегелгән милли кейемдәге ҡыҙҙарҙың сығышы тамашасының күңеленә айырыуса хуш килде. Сәмле бәйгелә 1-се урынды Мерәҫ ауылы ҡыҙы Розалина Дауытбаева яуланы, ә 2-се урынды иһә Йомаш ауылы ҡыҙы Камила Тойғонова һәм Ярат ауылынан Айһылыу Мырҙаҡаева бүлеште. 3-сө урын Ҡаратал ауылы ҡыҙы Нурания Йәнбирҙинаға бирелде.

“Гүзәллек “ номинацияһында Сәриә Маннапова (Юлыҡ ауылы), “ Телһөйәр” номинацияһында Инга Ноғоманова (Аҡморон), “Өмөт” номинацияһында – Гөлиә Ильбулова, “Сәхнә оҫтаһы” номинацияһында Илсиә Нурғәлина еңеү яулап, дипломдар, иҫтәлекле бүләктәр һәм конкурстың символы булған тәңкә-сулпылар менән бүләкләнделәр. Бәйге ойошҡанлы һәм юғары кимәлдә үтте. Фотолар 👉 https://vk.com/album262152473_304146566

4407
Рекламный баннер 728x90px center-bottom