Рекламный баннер 990x90px header-top
18+
Рекламный баннер 728x90px center-top
Архив
Поделитесь новостями с жителями города
Если Вы стали свидетелем аварии, пожара, необычного погодного явления, провала дороги или прорыва теплотрассы, сообщите об этом в ленте народных новостей. Загружайте фотографии через специальную форму.
not

МӘСКӘҮ ТИГӘН БАШ ҠАЛА...

21:25 02.03.2024
МӘСКӘҮ ТИГӘН БАШ ҠАЛА...

...Ауырыу баланың ғүмере ҡыҫҡа икәнлеген белә инеләр. Табиптар был хаҡта һәр реабилитациянан һуң үткәрелгән һөйләшеүҙә һаҡ ҡына итеп әйтеп торалар ине. Ғәҙәттә, кабинетҡа Рамаҙанды саҡырып һөйләшәләр.– Һеҙ... бындай диагноз менән булған балаларҙың – 7 – 8, иң оҙағы 10 – 11 йыл йәшәгәнен беләһегеҙҙер, эйеме?– Эйе... – тип яуаплай ир, таушалған ҙур устарына ҡарап ултырған килеш. Был врачтарҙы таный ул, инде нисә йылдар, белеп бөттөләр бер-береһен, шуға күҙҙәренә йәш тулып йомшарып китеүенән уңайһыҙланып, күтәрелеп ҡарамай.– Рамаҙан Райманович, тартынмағыҙ... Илағығыҙ килһә, илағыҙ... Һеҙ былай ҙа был йылдарҙа бик ныҡ булдығыҙ... Атайҙарҙың иң яҡшыһы булдығыҙ...– Рәхмәт... – тип кенә әйтә ала тағы.– Ниндәй генә дауалау ҙа, ҡарау ҙа ҡотҡара алмай уны, үкенескә ҡаршы. Ваҡыты үлсәнгән генә. Хоҙай Тәғәлә бындай балаларҙы беҙҙең араға ниндәйҙер һабаҡ өсөн бирә лә, шул бер арауыҡтан кире ала, күрәһең...Рамаҙан уға үҙен борсоған һорауҙы бирә:– Сара Дауытовна... Әле хәле нисек? Насарайғандан-насарая һымаҡ миңә...– Эйе. Беҙ хәлдән килгәндең барыһын да эшләйбеҙ...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

3712
Рекламный баннер 728x90px center-bottom