Һөйөнөгөҙ, дуҫҡайҙарым! Байрам бөгөн,
Ҡорбан бөгөн;
Һәр мосолман ҡәлбенә байрам ҡошо
ҡунған бөгөн.

Һайрай ул ҡош: “Аллаһ әкбәр,
Аллаһ әкбәр!” – тип ҡуя.
“Һөй, мосолман, байрамыңды –
Аллаһ яҡлар!” – тип ҡуя.

Һөй, һөйөн, йырлап ебәр, ырғыт
бөтә зар-моңдарың,
Аллаһ һаҡлар, һаҡлап уҙҙырһаң был
байрам көндәрен.

Аллаһ маҡтар, маҡтаһаң байрамды,
бик йәмле, тиһәң,
Аллаһ әкбәр, Аллаһ әкбәр,
Лиләхмәд, тиһәң.

Кил, туғандар, бер туған кеүек берләшеп
сайран итәйек,
Ҡайғы-хәсрәттәр таралһын, гөрләшеп
байрам итәйек.

Кил, мосолман, бир ҡулыңды, бир,
ҡыҫайым шат йән менән,
Ас иманлы йөҙкәйең, ҡотлап үбәйем
байрам менән!
(Ш. Бабич.)