Рекламный баннер 990x90px header-top
18+
Рекламный баннер 728x90px center-top
Архив
Поделитесь новостями с жителями города
Если Вы стали свидетелем аварии, пожара, необычного погодного явления, провала дороги или прорыва теплотрассы, сообщите об этом в ленте народных новостей. Загружайте фотографии через специальную форму.
not

Һөйөнөслө яңылыҡ

05:23 19.06.2024
Һөйөнөслө яңылыҡf09f92a5.png

Баймаҡ ере - ҡурайсылар төйәге икәне, инҡар итеп булмаҫлыҡ хәҡиҡәт булыуы күптән билдәле. Быуаттар аша дандары таралған ҡурайсыларыбыҙ, шулай уҡ ҡурайҙа оҫта уйнаған сәсән-батырҙарыбыҙ менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ. Кәрим Дияров, Ғата Сөләймәнов, Әҙеһәм Исҡужин, Ришат Рәхимов был быуындар күсәгилешенең сағыу өлгөләре. Ҡурайға һәйкәл дә бит тап Баймаҡ районында ҡуйылған!

Һәм, ниһайәт, халҡыбыҙҙың милли ҡоралын танытыуға, башҡорт моңон таратыуға бар көсөн һалып хеҙмәт иткән барлыҡ шәхестәребеҙҙең хеҙмәтенә ҙур баһа булып, районыбыҙҙың Буранбай сәсән исемендәге ҡурайсылар халыҡ ансамбленә "атҡаҙанған" исеме бирелде. Шулай уҡ тағы ла бер ҡыуаныс - ансамблде 12 йыл етәкләгән, халыҡ-ара, Рәсәй, республика кимәлендәге бәйгеләрҙә алып йөрөгән, ҡурай йәнле коллегабыҙ Илнур Ринат улы Аслаев "Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре" исеменә лайыҡ булды.

Һис шикһеҙ былар барыһы ла лайыҡлы һәм урынлы наградалар. Шатлығыбыҙ, ғорурлығыбыҙ сикһеҙ, ҡәҙерле ҡурайсыларыбыҙ!

Мәртәбәле Салауат йыйынынан мул уңыштар, ҙур исемдәр алып ҡайтыуығыҙ менән ҡотлайбыҙ! Һәммәгеҙгә именлек, ныҡлы сәләмәтлек, ҡурай моңолай оҙон ғүмер, илһамлы ижад теләп ҡалабыҙ!

3449
Рекламный баннер 728x90px center-bottom