Рекламный баннер 990x90px header-top
18+
Рекламный баннер 728x90px center-top
Архив
Поделитесь новостями с жителями города
Если Вы стали свидетелем аварии, пожара, необычного погодного явления, провала дороги или прорыва теплотрассы, сообщите об этом в ленте народных новостей. Загружайте фотографии через специальную форму.
not

Рәшит Шәкүр йондоҙо

05:17 25.06.2024
Рәшит Шәкүр йондоҙо

Рәшит ағай Шәкүров ысын донъяға күсте.

Шундайын ихлас, самими йылмайыуы күҙ алдында тик тора. Иң ауыр мәлдәрҙә лә ғазаптарын йотоп йылмая белде Рәшит ағай. Халҡыбыҙҙың фиҙаҡәр ҡаһарманы ине ул. Хәҙер шуны ла беләбеҙ: күгебеҙҙә тағы бер йондоҙ балҡый.

Йондоҙҙар кеүек ата-олаталарыбыҙ. Бәғзе йондоҙҙарҙың яҡтылығы, нурҙары меңәр-меңәр йылдар буйы ергә осоп килә тиҙәр. Ғәжәйеп күренеш: ул йондоҙҙар меңәр-меңәр йылдар элек янып юҡҡа сыҡҡан, әммә нурҙары һаман һүнмәгән, һаман осоп килеүен дауам итә, юлыбыҙҙы ғына түгел, рухыбыҙҙы ла яҡтырта.

Рәшит Шәкүрҙең түбәндәге шиғыр юлдары шундай уйҙарға һалды:

Меңәр йылдар буйы килә икән, тиҙәр

Алыҫ-алыҫ йондоҙҙарҙан яҡтылыҡ.

Ғәжәп итәм: бармы хәҙер, юҡмы улар,

Баш осонда әммә тора яҡтырып...

Халҡыбыҙ йәшәһә, Рәшит Шәкүр йондоҙо ла күгебеҙҙе яҡтыртып торасаҡ!

"Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан

1002-се күҙәтеү

3950
Рекламный баннер 728x90px center-bottom