Рекламный баннер 990x90px header-top
18+
Рекламный баннер 728x90px center-top
Архив
Поделитесь новостями с жителями города
Если Вы стали свидетелем аварии, пожара, необычного погодного явления, провала дороги или прорыва теплотрассы, сообщите об этом в ленте народных новостей. Загружайте фотографии через специальную форму.
not

24-26 июнь Өфөлә Урал батыр эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең XXVI төбәк-ара конкурсы үтте. Быйыл конкурстың йомғаҡлау этабында республикабыҙҙан эпосты яңғыҙ башҡарыусы 53 уҡыусы.

10:07 28.06.2024
24-26 июнь Өфөлә «Урал батыр» эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең XXVI төбәк-ара конкурсы үтте. Быйыл конкурстың йомғаҡлау этабында республикабыҙҙан эпосты яңғыҙ башҡарыусы 53 уҡыусы, 17 фольклор коллективы ҡатнашты.

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса «Урал батыр эпосын яңғыҙ башҡарыусылар» номинацияһында Сәйғәфәр урта мәктәбе уҡыусыһы Солтанова Зөһрә (етәксеһе Солтанова Р.З.) I урын яуланы. «Айыуҡай» балалар баҡсаһының тәрбиәләнеүселәре Баязит һәм Байрас Буранбаевтар (етәксеһе Буранбаева Ә.Р.) Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты призына лайыҡ булдылар. Сосновка башланғыс мәктәбе уҡыусыһы Фәритова Дилбәр (етәксеһе Аллағыуатова Ю.Ш.) «Яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкәне өсөн» дипломы менән бүләкләнде.

«Урал батыр эпосын һәм башҡа эпик әҫәрҙәрҙе сәхнәләштереү» номинацияһында Ҡолсора ауылы урта мәктәбенең ижади коллективы (етәксеһе Әбсәләмова А.Ф.) III урын яуланы.

Район данын яҡлап сығыш яһаған балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәренә, уҡыусыларға, уларҙың етәкселәренә артабан да яңы үрҙәр, яңы еңеүҙәр теләйбеҙ!

3735
Рекламный баннер 728x90px center-bottom