Рекламный баннер 990x90px header-top
18+
Рекламный баннер 728x90px center-top
Архив
Поделитесь новостями с жителями города
Если Вы стали свидетелем аварии, пожара, необычного погодного явления, провала дороги или прорыва теплотрассы, сообщите об этом в ленте народных новостей. Загружайте фотографии через специальную форму.
not

#Ололаркөнө

18:40 02.10.2023
#Ололаркөнө


Ололарҙы ололау-яҡшылыҡтың билдәһе.

Көҙҙөң матур бер мәлендә, Халыҡ-ара Ололар көнөн билдәләйбеҙ. Ишмырҙа мәктәбе уҡыусылары Ололар көнө алдынан, хөрмәтле ветеран-уҡытыусыларыбыҙҙы, ярҙамға йөрөгән ололарҙы, ҡартатай-өләсәйҙәрҙе, олатай-инәйҙәрҙе байрам менән ҡотлап матур гөлләмәләр, шиғырҙар ятлап, үҙҙәренең ҡул эштәрен бүләк иттеләр.

Ваҡыт тиҙ уҙа, өлкәндәр көнө лә үтер ҙә китер, тик үҙ яҙмыштары менән беҙгә үрнәк булған ололарға хөрмәтебеҙ генә берүк һүрелмәһен. Хөрмәтле ветерандарыбыҙ, алдағы тормошоғоҙҙа ҡоростай сәләмәтлек, аҡ бәхеттәр, оҙон, тыныс, мул, татыу тормош теләйбеҙ!

5925
Рекламный баннер 728x90px center-bottom