Рекламный баннер 990x90px header-top
18+
Рекламный баннер 728x90px center-top
Архив
Поделитесь новостями с жителями города
Если Вы стали свидетелем аварии, пожара, необычного погодного явления, провала дороги или прорыва теплотрассы, сообщите об этом в ленте народных новостей. Загружайте фотографии через специальную форму.
not

#детскийсадЗвездный

12:14 18.08.2024


Б ы н а т а ғ ы б е р я ң ы б а ҫ м а!

"Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы туған (башҡорт) телдә грамотаға өйрәтеү буйынса дәрес конспекттары"

Методик ҡулланмала телмәр үҫеше нормала һәм кәмселектәре булған 4-5, 5-6, 6-7 йәшлек балаларҙы грамотаға өйрәтеү буйынса дәрестәр ойоштороу өсөн башҡорт телендә дәрес конспекттары бирелгән.

4-5 йәшлек балалар өн, һүҙ һәм һөйләм төшөнсәләр менән танышалар, үҙләштерәләр, тирә-йүндәге өндәр тураһында мәғлүмәт алалар, ә 5-6 йәшлек балалар өндәрҙе дөрөҫ әйтергә, һүҙҙәрҙә өндәрҙең һанын, урынын билдәләргә, һүҙ төҙөргә, уны үҙгәртергә, ябай һөйләм төҙөргә өйрәнәләр.

6-7 йәштәге балаларһүҙҙәрҙә өндәрҙе билдәләп, ижектәргә бүлергә, ижектәрҙән һүҙҙәр, схема буйынса һөйләм, ҡыҫҡаса хикәйә төҙә белеү күнекмәләрен камиллаштыралар.

Балаларҙың үҙенсәлектәрен, мөмкинлектәрен иҫәпкә алып тел төҙәткестәр, шиғырҙар, йомаҡтар, ял минуттары, һүҙҙәргә өн-анализы эшләүкүрһәтмәләре һәм артикуляция күнекмәләребирелгән, шулай уҡ логик фекерләү ҡеүәһен, бәйләнешле телмәр үҫтереү өсөн төрлө уйындар, күнегеүҙәр ҙә урын алған.

3926
Рекламный баннер 728x90px center-bottom