Рекламный баннер 990x90px header-top
18+
Рекламный баннер 728x90px center-top
Архив
Поделитесь новостями с жителями города
Если Вы стали свидетелем аварии, пожара, необычного погодного явления, провала дороги или прорыва теплотрассы, сообщите об этом в ленте народных новостей. Загружайте фотографии через специальную форму.
not

Тауыш биреү әүҙем бара

22:12 06.09.2024
Тауыш биреү әүҙем бара

Баймаҡ районындағы 75 һайлау участкаһында ла тауыш биреү әүҙем бара. Участкаларҙың 9-ы – ҡалала, 66-һы ауылдарҙа урынлашҡан.

Районда Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлау, алтынсы саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль район Советы депутаттарын һайлау, алтынсы саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль район Баймаҡ ҡалаһы ҡала биләмәһе Советы депутаттарын һайлау, Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль район 1-се Этҡол ауыл советы ауыл биләмәһе Советы депутаттарын өҫтәмә һайлау үтә.

Һайлау участкаларында төрлө саралар үткәрелә: көҙгә йәрминкәләр, махсус хәрби операциялағы яугирҙәр өсөн маскировка селтәре үреү, концерт, күргәҙмәләр һ.б. Һәр һайлау участкаһында волонтерҙар эшләй. Улар тауыш биреүселәргә “Рәхмәт” акцияһында ҡатнашыу өсөн билеттар һәм браслеттар тарата. Фотоларҙа ҡаланың 4-се лицейында урынлашҡан 997-се һайлау участкаһындағы йәрминкәнән күренештәр. Дилә Һөйөндөк ҡыҙы Иҫәндәүләтова етәкләгән 6-сы “А” класы уҡыусылары үҙ ҡулдары менән әҙерләгән әйберҙәрҙе, ризыҡтарҙы тауыш биреүселәргә тәҡдим итте.

Һайлау участкалары тауыш биреү көндәрендә - 6, 7, 8 сентябрҙә - иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй.

3205
Рекламный баннер 728x90px center-bottom