Рекламный баннер 990x90px header-top
18+
Рекламный баннер 728x90px center-top
Архив
Поделитесь новостями с жителями города
Если Вы стали свидетелем аварии, пожара, необычного погодного явления, провала дороги или прорыва теплотрассы, сообщите об этом в ленте народных новостей. Загружайте фотографии через специальную форму.
not

#Йәйге_шайморатовсылар_уйындары

09:41 28.09.2024
"Йәйге шайморатовсылар уйындары"

Бөгөн, легендар герой Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатовтың тыуған районы Ҡырмыҫҡалы ла "Йәйге шайморатовсылар уйындары" үтте. Беҙ кисә үк килеп, Ҡырмыҫҡалының 2-се мәктәбенә урынлаштыҡ. Мәктәп директоры Әбүбәкиров Марат Тимерйән улы, уҡытыусы Яхин Ринат Мәсәғүт улы беҙҙе бик йылы ҡаршыланы, беҙҙе хәстәрләп, йоҡларға бүлмәләр,тәмле киске аш әҙерләп торғандар ине.Ҡырмыҫҡалы районың Иҫке Шәрәй ауылы мәктәбенең татар һәм рус теле уҡытыусыһы Мөлөкова Регина Ринат ҡыҙы беҙҙең куратор булды, ул ярыштарҙа оҙатып йөрөнө, уларға ҙур рәхмәт! Сара бик матур ойошторолған, яҡшы кимәлдә үтте.

Ярыштар бөткәс, беҙ Миңлеғәле Минһаж улының тыуған ауылы Шайморатов ауылына музейға барып, уның тураһында документаль кино ҡараныҡ. Шайморатов паркында шайморатов уйындарын ябыу сараһы үтте. Беҙҙең команда Ҡырмыҫҡалы районың мәғариф бүлегегең Рәхмәт хаты, татлы приз, Башҡорт энциклопедияһының 6 томы менән бүләкләнде. 7- се кластар араһында уҡ атыу буйынса Иҫәнов Батырйән еңеүсе!!! Ул С. Юлаев тураһында энциклопедияһы, диплом менән бүләкләнде. Афарин, Батырйән, афарин, шайморатовсылар!

Рәхмәт һүҙҙәрен, Иҫәнов Батырйәндең атаһы Артур Заһир улына еткергем килә, ул үҙенең дуҫы республика ярыштарында уҡ атыу буйынса еңеүҙәр яулаусы Рахманғолов Ғәфүр менән һөйләшеп, уҡыусыларға күнекмә үткәреүҙә ярҙам итте. Уҡ-ян һатып алды, уҡыусылар ярышта шул уҡ-ян менән ҡатнашты.

3733
Рекламный баннер 728x90px center-bottom