Рекламный баннер 990x90px header-top
18+
Рекламный баннер 728x90px center-top
Архив
Поделитесь новостями с жителями города
Если Вы стали свидетелем аварии, пожара, необычного погодного явления, провала дороги или прорыва теплотрассы, сообщите об этом в ленте народных новостей. Загружайте фотографии через специальную форму.
not

Башҡортостаным | яңылыҡтар

23:05 08.10.2024
e280bc.png e280bc.png Башҡортостаным | яңылыҡтар

"Уйна, гармун!" ("Играй, гармонь!") конкурсын иғлан итә!

Халҡыбыҙ борон-борондан, ниндәй генә ауыр замандар килмәһен, йыр-моңдо юлдаш иткән, һынауҙарҙы йырҙар менән үткән.



🪗Конкурста 16 йәште үткән, ПРОФЕССИОНАЛЬ БЕЛЕМЕ БУЛМАҒАН (ҺӘҮӘҪКӘР) баянсы һәм гармунсылар ҡатнаша ала.

Бының өсөн bash.yaniliktar@mail.ru адресы буйынса электрон почтаға үҙегеҙ хаҡында ҡыҫҡаса мәғлүмәт (e29d97.pngмотлаҡ рәүештә исем-шәрифегеҙ тулыһынса, фото, телефон номерын) ебәрергә кәрәк. Шулай уҡ музыка ҡоралында уйнаған видеояҙманы үҙегеҙҙең сәхифәгеҙгә һалыу һәм уның һылтанмаһын ебәреү талап ителә. Видеояҙмала ҡатнашыусының гармунда йә баянда уйнай оҫталығы күренергә тейеш, шулай уҡ көйгә ҡушылып йырларға ла мөмкин.

e296aa.pngҒаризалар 20 октябргә тиклем ҡабул ителә.

e296aa.png Приз фонды - 10 мең һум. Бүләкләү тантанаһы Өфө ҡалаһында үтәсәк. Бөтә ҡатнашыусыларға рәхмәт хаттары тапшырыласаҡ.

▪ Еңеүселәрҙе төркөмөбөҙ яҙылыусылары һайлап аласаҡ. Тауыш биреү Башҡортостаным | яңылыҡтар төркөмөндә 20 октябрҙән 30 октябргә тиклем барасаҡ.

❗❗❗Яҙма менән гармунда/баянда уйнаусы таныштарығыҙ менән бүлешергә онотмағыҙ

3510
Рекламный баннер 728x90px center-bottom