21 ноябрь, 19.00 сәғәттә
Баймаҡ ҡалаһы, Халыҡ ижады үҙәге

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры «Доктор» (пьеса авторы – Мәликә Икрамова) исемле лирик комедияға саҡыра. Режиссеры - Денис Нурғәлин, 12+.
Ваҡиғалар элекке мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ҡарттар йортонда бара. Сәнғәт кешеләре пенсияға сыҡҡас та ижади тамырҙарын юғалтмай. Актерҙарҙың һәр береһе төрлө сәбәптәр арҡаһында пансионатҡа эләгә, әммә йәш табиптың килеүе менән ваҡиғалар ыңғай яҡҡа үҫешә башлай.

Билеттар театр сайтында:
https://iframeab-pre5405.intickets.ru/seance/38701422/ 
Пушкин картаһы ғәмәлдә.

+79273385523, +79656402957
Спектаклдә осрашҡанға тиклем!