Рекламный баннер 990x90px header-top
18+
Рекламный баннер 728x90px center-top
Архив
Поделитесь новостями с жителями города
Если Вы стали свидетелем аварии, пожара, необычного погодного явления, провала дороги или прорыва теплотрассы, сообщите об этом в ленте народных новостей. Загружайте фотографии через специальную форму.
not

#ППМИ2025

09:59 03.12.2024


Бөгөн Ишбирҙе дөйөм белем биреү мәктәбендә "Шәхес менән осрашыу" исемле матур сара үтте. Сарабыҙҙың ҡунаҡтары - Луиза һәм Ғүмәр Дәүләтшиндар. Ишбирҙе ауылында тыуып үҫеп, оло хеҙмәт юлы үткән Дәүләтшина Луиза Ҡаһарман ҡыҙы — Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте ағзаһы . Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре . «Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» отличие билдәһе . Рабиға Ҡушаева исемендәге «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» миҙалы кавалеры, бөгөнгө көндә хаҡлы ялда. Ғүмәр Ишбулды улы - районыбыҙҙа билдәле һәүәҫкәр рәссам. Уҡыусылар, ауыл халҡы уның картиналар күргәҙмәһе менән танышып, рәссамдан мастер класс алдылар.

Ҡунаҡтар менән уҡыусылар, уҡытыусылар йәнле итеп аралашып, һорауҙарға яуаптар алдылар. Арҙаҡлы шәхестәр менән осрашыу уҡыусылар өсөн матур тормош дәресе, маҡсатҡа ынтылыу өсөн яҡшы үрнәк булып торһон.

3227
Рекламный баннер 728x90px center-bottom