Рекламный баннер 990x90px header-top
18+
Рекламный баннер 728x90px center-top
Архив
Поделитесь новостями с жителями города
Если Вы стали свидетелем аварии, пожара, необычного погодного явления, провала дороги или прорыва теплотрассы, сообщите об этом в ленте народных новостей. Загружайте фотографии через специальную форму.
not

ТУҒАН ТЕЛ ТУРАҺЫНДА.

17:23 09.11.2023
ТУҒАН ТЕЛ ТУРАҺЫНДА.

(Мәрйәм Бураҡаева)

Туған тел – милләт ҡотон һаҡлаусы ҡуҙ. Халыҡты милләт итеп туплаусы төп шарт. Туған тел – тарихыбыҙға, ижадыбыҙға, ғөмүмән тотош рухи байлығыбыҙға юл асыусы алтын асҡыс.

Туған тел – кеше сәләмәтлегенә ыңғай йоғонто яһаусы, нерв күҙәнәктәрен яйға һалыусы, ҡан баҫымын көйләүсе туған моң ул. Туған телен белмәгән кеше һаулыҡ сығанағы булған туған моңдан мәхрүм була.

Туған тел – ҡан туғандарҙың бер-береһен күҙгә күренмәҫ нурҙар менән тоташтырыусы күңел тартымы.

Туған тел – ул ҡан хәтерен уятыусы төп шарт. Беҙ үткәндәребеҙгә фәҡәт туған тел аша ғына ҡайта алабыҙ.

Туған тел – ул рухи туғандарҙы бер мөхиткә туплаусы, йән йылыһы булдырыусы, бер үк маҡсат менән йәшәргә ҡеүәт уятыусы көс.

Туған тел – ете быуын аша, ҡандан ҡанға күсә килгән хәтеребеҙҙе, һәләтебеҙҙе, ҡеүәтебеҙҙе уятыусы ҡеүәт.

Туған тел – ул күҙгә күренмәҫ ағза. Туған телдән, тимәк, ошо ағзанан мәхрүм ҡалыу кеше ғүмеренең етенсе ете йыллығы башланғас (ҡырҡ ике йәштәрҙән һуң), ниндәй генә юғарылыҡҡа күтәрелһәң дә үҙен ныҡ һиҙҙерә башлай. Был – үҙәк өҙҙөргөс һағыныу тойғоһо, күңел бушлығы, тормош мәғәнәһен юғалтыу. Был бушлыҡты йәғни ҡаныңа һалынған, әммә уяна алмай ҡалған һәләтең урынын ялған ҡиммәттәр тулыландырасаҡ. (Мәрйәм Бураҡаева)

6967
Рекламный баннер 728x90px center-bottom