Рекламный баннер 990x90px header-top
18+
Рекламный баннер 728x90px center-top
Архив
Поделитесь новостями с жителями города
Если Вы стали свидетелем аварии, пожара, необычного погодного явления, провала дороги или прорыва теплотрассы, сообщите об этом в ленте народных новостей. Загружайте фотографии через специальную форму.
not

"Башҡортостан йондоҙо - 2023" конкурсы үтәсәк

17:27 13.11.2023
"Башҡортостан йондоҙо - 2023" конкурсы үтәсәк

3+

Бөрйән – таланттарға бай төбәк. Бында яңы тәпәй баҫҡан баланан алып, таяҡҡа таянған ололарға тиклем йыр-моңға ғашиҡ. Ә йыр-моңға ғашиҡ кеше, һәләтен үҫтерергә ынтыла. Тап шундай тырыш, һәләтле балалар өсөн Өфө ҡалаһында «Башҡортостан Йондоҙо - 2023» бөтә Рәсәй күп жанрлы конкурс-фестивале үтәсәк. Уның маҡсаты - йәш таланттарҙың ижадын популярлаштырыу, яңы исемдәр эҙләү, коллективтар һәм етәкселәр араһында бәйләнеш булдырыу, милли мәҙәниәтте һаҡлау һәм үҫтереү.

Конкурста 3-17 йәштәрҙәге балалар һәм үҫмерҙәр вокал, хореография, нәфис һүҙ, театр постановкаһы, үҙенсәлекле жанр, мода театры, инструменталь жанр номинациялары буйынса ҡатнаша ала. Быйыл конкурсҡа "Иң яҡшы патриотик йыр башҡарыусы", "Иң яҡшы патриотик бейеү", "Иң яҡшы патриотик әҫәр башҡарыусы" номинациялары индерелде.

Конкурс 9-10 декабрь көндәре Өфө ҡалаһы, Первомайская урамы, 47 адресы буйынса үтәсәк.

4301
Рекламный баннер 728x90px center-bottom