Рекламный баннер 990x90px header-top
18+
Рекламный баннер 728x90px center-top
Архив
Поделитесь новостями с жителями города
Если Вы стали свидетелем аварии, пожара, необычного погодного явления, провала дороги или прорыва теплотрассы, сообщите об этом в ленте народных новостей. Загружайте фотографии через специальную форму.
not

Ағинәйҙәр менән бергә яугирҙәргә окоп шәмдәре.

06:20 19.11.2026
Ағинәйҙәр менән бергә яугирҙәргә окоп шәмдәре.

2- се Этҡол ауылының ағинәйҙәре МХО - ла ҡатнашыусы яугирҙәргә һәр ваҡыт ярҙам итергә ашҡынып торалар. Бөгөн дә, урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы сиктәрендә, ағинәйҙәр, мәктәп уҡыусылары, ауылдың мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, яу яланында йөрөгән яугирҙәребеҙ өсөн, окоп шәмдәре әҙерләне.

Мәктәп уҡыусыларының ололарға ярҙам итеүе — бик мөһим күренеш. Балалар был изге эштә ҡатнашып, үҙҙәренең дә ил яҙмышына бәйле булыуын аңлай, хеҙмәттең ҡәҙерен белергә, өлкәндәргә ҡарата ихтирамлы булырға һәм бер-береңә ярҙам итеүҙең мөһимлегенә өйрәнә. Был уларҙың күңелендә ғүмерлек хәтер һәм яуаплылыҡ тойғоһо һала.

Окоп шәмдәре яугирҙәребеҙҙе сатлама һыуыҡтарҙа йылытып ҡына ҡалмаҫ, тыуған яҡтарына имен - һау әйләнеп ҡайтыуҙарын яҡынайтыусы бер өмөт уты булып яныр, һәр беребеҙҙең йөрәк йылыһын еткерер!
4
Рекламный баннер 728x90px center-bottom