Баймаҡ полилингваль лицей-интернаты үҙенең 70 йыллыҡ юбилейын билдәләне. "Интернатым пар ҡанатым" исемле байрам сараһына бик күп ҡунаҡтар йыйылды. Улар араһында баш ҡаланан килгән хөрмәтле ҡунаҡтар, лицей-интернаттың үҫеп, нығыныуына тос өлөш индергән, төрлө йылдарҙағы етәкселәре һәм сығарылыш уҡыусылары булды. Барыһы ла үҙҙәренең йылы ҡотлау һүҙҙәре һәм яҡты хәтирәләре менән сараны биҙәне.
Ҡасандыр лицей-интернатты тамамлаған сығарлыш уҡыусылары өсөн был сара бер-береһе менән күрешеү өсөн матур сәбәп булды. Лицей интернатта уҡыу йылдары - уларҙың һәр береһенең тормош юлында киләсәккә юл асҡан мөһим ваҡиға.
Сара барышында Баймаҡ полилингваль лицей-интернатының коллективы лайыҡлы наградалар менән бүләкләнде.
Баймаҡ полилингваль лицей-интернатының 70 йыллыҡ юбилейы ҡотло булһын! Коллективҡа һәм уҡыусыларға уңыштар һәм өр-яңы еңеүҙәр теләйбеҙ.
Баймакский полилингвальный лицейинтернат торжественно отметил свой 70летний юбилей!
Праздничное мероприятие под символичным названием "Интернатым пар ҡанатым" стало по-настоящему душевным событием. В зале собрались те, кому особенно дорог лицей: почётные гости из столицы, руководители, а также выпускники разных лет люди, чей труд и преданность делу стали важной частью истории учебного заведения.
Тёплые поздравления, искренние слова благодарности и светлые воспоминания наполнили атмосферу праздника особой теплотой.